8 декабрь, Кесе йома

04 июль 2012 йыл, 12:46

Башҡортостан игенселәре ураҡҡа төштө

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан игенселәре иртә өлгөрөүсе иген культураларын урып-йыйыуға  төштө, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Бер юлы өс райондың аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сабып алыу эштәрен башланы.

Ужым арышы урағын беренселәрҙән булып Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм Ергән МТС-ның Ейәнсура районындағы Инәк бүлексәһе игенселәре башланы. Ә Дүртөйлөнөң Вәлиев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре ураҡты борсаҡты йыйып алыуҙан башланы.

— Ураҡ уҙған йылға ҡарағанда 20 көнгә алдараҡ башланды, — тип урып-йыйыу эштәренә аңлатма бирҙеләр аграр ведомствола. – Был яҙҙың иртә килеүенә һәм йәйҙең эҫе булыуына бәйләнгән.

Игенселәргә йәмғеһе 1 млн 900 гектарҙа ураҡ эштәрен үткәрергә тура киләсәк.