9 декабрь, Йома

04 июль 2012 йыл, 11:41

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Упҡанкүл буйында йәйге йәштәр фестивале ойоштора

автор: Любовь Колоколова

5 июлдән 8-енә тиклем «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙенең «Упҡан» ял йортонда IX (йәйге) йәштәр фестивален ойоштора. Турфест быйыл яңы ҡағиҙәләр буйынса үтәсәк: һәр команда үҙенең президенты, лагеры һәм флагы менән үҙ «дәүләтен» ойошторасаҡ.

Предприятиеның корпоратив коммуникациялар идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Упҡанкүл буйындағы байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡаршылыҡтар менән 10 километрға йүгереү, интеллектуаль конкурс, Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы ярыштары, һыу полоһы көтә, шулай уҡ төнгө ориентирлау һәм велосипед кросы кеүек яңы конкурстар ойоштороласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең ял базаһы Нуриман районындағы Упҡанкүл буйында урынлашҡан. Ул күптән инде завод хеҙмәткәрҙәре өсөн йәштәр һәм спорт саралары үткәреү урынына әйләнгән.