5 декабрь, Дүшәмбе

04 июль 2012 йыл, 11:12

Башҡортостанда иң табышһыҙ эшмәкәрлек өлкәләре аталды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Күсемһеҙ милеккә бәйле операциялар, аренда һәм хеҙмәттәр күрһәтеү 2012 йылдың ғинуар-апреле йомғаҡтары буйынса иң табышһыҙ эшмәкәрлек төрҙәре һанала. Был ағымдағы йылдың дүрт айында республикалағы эре һәм уртаса предприятиелар эшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләренән билдәле. Статистиктар иҫәпләүенсә, уларҙың дөйөм табышы 30,7 млрд һум тәшкил иткән – 2011 йылдағы ошо уҡ осорға ҡарата был 67 процентҡа тиң. Ошо уҡ ваҡытта зыянға эшләүсе ойошмалар өлөшө былтырғы йылдағы 23,3 проценттан 21,4 процентҡа тиклем кәмегән. 1208 предприятиеның 259-ы рентабелһеҙ эшләгән, уларҙың дөйөм юғатыуҙары 15,8 млрд һумға еткән, шуның 12,2 млрд һумы үрҙә күрһәтелгән эшмәкәрлек төрҙәренә — күсемһеҙ милек менән операцияларға, уны ҡуртымға биреүгә һәм хеҙмәттәр күрһәтеүгә тура килә. 2011 йылдың ғинуар-апреле менән сағыштырғанда зыянға эшләү күләме дөйөм алғанда 3,1 тапҡырға, йәғни 10,8 млрд һумға  артҡан. «Күрһәткестәрҙе 2011 йыл менән сағыштырыу ағымдағы хаҡтарҙа тиңләштерерлек ойошмалар даирәһе буйынса башҡарылды, хеҙмәткәрҙәре 15 кешенән артмаған, бәләкәй предприятиелар иҫәбенә инмәгән ойошмалар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, банктар, страховкалау һәм бюджет ойошмалары иҫәпкә алынманы», — тип билдәләнеләр Башҡортостанстатта.

темалар: статистика