6 декабрь, Шишәмбе

04 июль 2012 йыл, 9:56

Саҡмағошта йәйге уҡыу залы ойошторолдо

автор: Арина Рәхимҡолова

Саҡмағош ауылында урындағы мәҙәниәт йорто янында асыҡ һауала йәйге уҡыу залы эшләй. Ул үҙәк район китапханаһы менән ойошторолған.

Йәй — отпускылар һәм каникулдар осоро, шуға ла китапханаларға китап уҡырға теләүселәрҙең ағымы кәмей. Халыҡ иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында, Саҡмағош үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре күсмә уҡыу залы ойошторҙо. Улар барыһын да был проектта әүҙем ҡатнашырға һәм саф һауала китаптар һәм журналдар менән танышыу мөмкинлегенән файҙаланырға саҡыра. Йәйге залдың хеҙмәттәренән теләге булған һәр кеше файҙалана ала.

темалар: китапханалар