6 декабрь, Шишәмбе

04 июль 2012 йыл, 9:25

Өфөлә предприятиеларҙың инновацияларға сығымдары 2011 йылда 4,7 млрд һумдан ашҡан

автор: Любовь Колоколова

Өфө предприятиеларының инновацион әүҙемлеге арта. Был баш ҡала предприятиеларының 2011 йылдағы эшмәкәрлегенең йомғаҡтарында сағыла.

Өфө хакимиәтенең сәнәғәт бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, инновацион эшмәкәрлек алып барған, технологик, ойоштороу йәки маркетинг инновациялары менән шөғөлләнгән ойошмалар иҫәбе 2010 йыл менән сағыштырғанда 31-ҙән 46-ға тиклем артҡан. Тикшерелгән предприятиеларҙың дөйөм иҫәбендә уларҙың сағыштырмаса ауырлығы 14,2 процентты тәшкил иткән.

Тейәлгән продукцияның һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең дөйөм күләмендә инновацион изделиелар өлөшө 2010 йылдағы 4,3 процент урынына 5 процентты тәшкил иткән. 2011 йылда предприятиеларҙың инновацияларға сығымдары 4,7 млрд һумдан ашыу суммаға еткән. Шуларҙың 33 проценттан ашыуы — технологик инновацияларға бәйле машиналар һәм ҡорамалдар һатып алыуға, 12 проценты яңы технологиялар һатып алыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең сәнәғәт бүлегендә.