6 декабрь, Шишәмбе

03 июль 2012 йыл, 17:04

Башҡортостандың йәш рәссамы Көньяҡ Кореяла үткән балалар һүрәттәре конкурсында еңде

автор: Эльмира Сабирова

Межгорьенан 12 йәшлек Эльвина Мөфтәхетдинова Көньяҡ Кореяла ЭКСПО-2012 Бөтә донъя махсуслаштырылған күргәҙмәһендәге Рәсәй экспозицияһының эшлекле программаһы сиктәрендә ойошторолған «Арктиканың һәм Төньяҡ Боҙло океандың йәнлектәр донъяһы» балалар һүрәттәре конкурсында беренсе премия яуланы.

ЭКСПО-2012-ләге Рәсәй экспозицияһының матбуғат үҙәгенән аныҡлауҙарынса, бындай юғары баһаға йәш рәссам «Балыҡ тотҡан пингвин» эше өсөн лайыҡ булған.

Ижади ярышта Мурманскиҙан алып Владивостокҡа, Калининградҡа һәм Якутскиға тиклем бөтә илдән, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән балалар ҡатнашҡан. Рәсәй экспозицияһының матбуғат үҙәгенә йәмғеһе 500-ләгән эш килгән.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, жюри иң яҡшы биш эште һайлап алған.

Эльвинанан тыш еңеүселәр иҫәбенә Мәскәү, Липецк, Коми республикаһы, Мурманск өлкәһе вәкилдәре лә ингән.

Межгорье ҡалаһының тағы бер вәкиле — 10 йәшлек Данила Мишнёв «Арктикала йәй» һүрәте өсөн махсус приз менән билдәләнгән.