4 декабрь, Йәкшәмбе

03 июль 2012 йыл, 16:40

Өфөнән Екатеринбургҡа самолеттар хәҙер аҙнаһына 9 тапҡыр оса

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Өфө – Екатеринбург маршруты буйынса осоштар йышлығы арттырыла. Хәҙер «Руслайн» авиакомпанияһы Уралдың баш ҡалаһына аҙнаһына дүрт тапҡыр – шишәмбе, кесаҙна, йома һәм йәкшәмбе көндәрендә рейс башҡарасаҡ. Пассажирҙарҙы 30 креслолыҡ уңайлы Embraer-120 самолеты хеҙмәтләндерә.

«Өфө» аэропортының маркетинг бүлегендә билдәләүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы менән Екатеринбург араһындағы өҫтәмә рейстар ҡалалар араһында сәйәхәт итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса, ә эш кешеләре бер көн эсендә боролоп ҡайта ала, сөнки хәҙер иртәнге рейс булдырылған. Өҫтәүенә яңы расписание ике аэропорттың да йәйге программаһында ҡаралған халыҡ-ара даими һәм чартер рейстарына бер ҡыйынлыҡһыҙ эләгеү мөмкинлеге бирәсәк. Йәштәр һәм пенсионерҙар өсөн социаль тарифтар был рейстарҙың тағы бер өҫтөнлөгө буласаҡ.

Аҙнаһына тағы биш рейсты Өфөнән Екатеринбургҡа «ЮТэйр» авиакомпанияһы башҡара. Был компанияның пассажирҙары L-410 самолетында оса. «Кольцово» аэропортына тиклемге ара ни бары бер сәғәт 15 минут ваҡытты ала.