9 декабрь, Йома

03 июль 2012 йыл, 16:18

Төркиә йәштәре Өфө менән таныша

автор: Эльмира Сабирова

Өфөгә Төркиәнең Мерсин ҡалаһынан йәштәр делегацияһы килде.  Уның составында 17 кеше. Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Урал Килсенбаев аңлатыуынса, визит MULTI халыҡ-ара йәштәр программаһы сиктәрендә ойошторолған. Башҡортостандың баш ҡалаһында ул өсөнсө йыл рәттән тормошҡа ашырыла, ә республикала 1997 йылда бойомға ашырыла башлаған. Проект төрлө илдәрҙең йәштәре араһындағы диалогты үҫтереүгә йүнәлтелә. Уның нигеҙендә республика йәштәре Төркиә, Польша, Израиль, Англия, Эстония, Украина һәм Германиянан тиҫтерҙәре менән танышҡан.

— MULTI сит илдән килгән дуҫтарҙы ғаиләлә ҡабул итергә һәм һиндә ҡунаҡ булған кешенең илендә булып ҡайтырға мөмкинлек бирә, — ти Урал Килсенбаев. – Ошондай алмашыу арҡаһында йәштәр үҙҙәренең белем даирәһен арттыра: икенсе илдәрҙең тарихы, көнкүреше, мәҙәниәте, йолалары менән таныша. Был беҙҙең үҫмерҙәргә лә, ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы.

Бынан тыш, төрлө ил вәкилдәренең хәҙерге йәштәрҙе борсоған һорауҙарҙы тикшерергә, уларҙың дәүләтендә ғәмәлгә ашырылған йәштәргә ярҙам программалары менән танышырға мөмкинлеге бар.  

Төркиәнән килгән ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: улар Өфөнөң Ленин һәм Киров райондарындағы үҫмерҙәр клубтары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ, сәнғәт, музыка, спорт өлкәһендәге проекттарҙа ҡатнашасаҡ. Ошо рәүешле үҫмерҙәр күңеленә яҡын йүнәлеште һайлай, яңы нәмәгә өйрәнә һәм үҙе белгәндәрен күрһәтә аласаҡ.

Ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы экскурсия маршруты ла әҙерләнгән – йәштәр Бөрйән районындағы профилле лагерға барасаҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһен, Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһен ҡараясаҡ, Өфө парктарында һәм музейҙарында буласаҡ.