5 декабрь, Дүшәмбе

03 июль 2012 йыл, 14:04

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы иң һәләтле ике уҡыусыға Санкт-Петербургта уҡыу мөмкинлеге бирә

автор: Людмила Кузьмина

Башҡортостандың урта дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусыларға Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университететында белем алыу мөмкинлеге бирелә.

Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы дәғүәселәрҙән (абитуриенттарҙан) «Иҡтисад» һәм «Ғәмәли информатика» йүнәлештәре буйынса Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университететына уҡырға инеү өсөн конкурс буйынса һайлап алыуға ғаризалар ҡабул итә (ике маҡсатлы урын). Документтар ҡабул итеү 9 июлдә тамамлана, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Тулыраҡ мәғлүмәт – министрлыҡ сайтында.

темалар: мәғариф,вуздар