4 декабрь, Йәкшәмбе

03 июль 2012 йыл, 13:09

Күмертауҙа бәләкәй авиация кластеры ойоштороласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Күмертауҙа инновацион бәләкәй авиация кластеры ойоштороу өсөн бөтөн тәүшарттар ҙа бар. БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин етәкселегендәге Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре ҡала хакимиәте һәм предприятиелар етәкселәре менән ошо кластер сиктәрендә ҡаланы үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе.

Эксперт сифатында һөйләшеүгә Мәскәүҙең «2Т» компаниялар төркөмө генераль директоры Игорь Табачук саҡырылған. Был холдинг оҙаҡ йылдар дауамында авиация техникаһы һәм технологиялары өлкәһендә тикшереүҙәр алып бара, эшләнмәләр әҙерләй.

Делегация вәкилдәре иң элек буласаҡ кластерҙың етештереү ҡеүәттәре менән танышты. «Ротор» конструкторлыҡ бюроһы ике урынлыҡ Rotorfly вертолетының күрһәтмә осошон ойошторҙо.

«Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Сергей Микрюков ҡунаҡтарға предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, заказсылар һәм предприятиены үҫтереү пландары тураһында һөйләне. Стандартһыҙ ҡорамалдар етештереүсе «Искра» заводына барыу программалағы экскурсиялар өлөшөнөң һуңғы этабы булды. Бында яңы производство асырға мөмкин булған 30 мең квадрат метр самаһы майҙандар буш тора.

Эш сәфәре инновацион территориаль бәләкәй авиация кластерын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә менән тамамланды. Уның протоколында кластер ойоштороу программаһы буйынса аныҡ эштәр билдәләнде.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, июль башында БР Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәренең, бер нисә муниципалитет башлығының «Биләмәләр, сәнәғәт зоналары һәм моноҡалаларҙың социаль-иҡтисади үҫешен яңыртыу һәм әүҙемләштереү» программаһы буйынса белем алыу өсөн Францияға сәфәре мөһим әҙерлек этабы буласаҡ. Евгений Маврин һүҙҙәренсә, «сит илгә сәфәр йомғаҡтары буйынса Күмертауҙы Рәсәйҙә вертолеттар төҙөү Мәккәһе яһаясаҡ ғәмәлдәр картаһы проекты эшләнергә тейеш».