5 декабрь, Дүшәмбе

03 июль 2012 йыл, 12:35

Алсу тыуған көнөн атаһының тыуған ерендә - Илештә билдәләй

автор: Розалия Вәлиева

Йырсыға 29 йәш тулыу уңайынан Илеш районының Уяндыҡ ауылында 8 июлдә оло концерт ойошторола.

Алсу үҙенең тыуған көнөн атаһы Рәлиф Сафиндың тыуған ерендә бишенсе тапҡыр билдәләйәсәк. Быйыл концертта «Иванушки Int.» төркөмө, Салауат Фәтхетдинов, Роберт һәм Фәриҙә Тимербаевтар, «Ҡурайсы» төркөмө, татар һәм башҡорт эстрадаһының башҡа артистары ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Илеш районы хакимиәтенән. Яҡташтары алдында Алсу үҙе лә сығыш яһаясаҡ.

— Әлеге ваҡытта концертҡа әҙерлек алып барыла, биләмә төҙөкләндерелә, — тине хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары Рубин Ғәлимов. — 20 меңдән ашыу тамашасы килергә тейеш, тип көтәбеҙ. Уларҙың хәүефһеҙлеген 250 полиция хеҙмәткәре тәьмин итәсәк.

Концерт киске 7-лә башлана һәм төнгө 2-гә тиклем дауам итә. Йола буйынса ул салют менән тамамланасаҡ.

темалар: концерттар