6 декабрь, Шишәмбе

03 июль 2012 йыл, 11:24

Башҡортостан Президенты Өфө халҡын әүҙемерәк булырға саҡырҙы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Динар Кәлимуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы ихатаны барып ҡараны. Ул бында май айында булып киткәндән һуң башланған үҙгәрештәрҙе тикшерҙе.

Йорт комитеты рәйесе Лидия Меньшова әйтеүенсә, был арала 45/1 һанлы йорт ихатаһы ярайһы ҙур үҙгәрештәр кисергән. Бер нисә гараж һүтелгән, уларҙың урынында яҡын арала заманса туҡталҡалар барлыҡҡа киләсәк. Асфальт юлдар ҙа киңәйтелгән. Төбәк башлығының тәүге килгәнендә ихатала ҡарт ағастарҙың күп булыуы билдәләнгәйне. Хәҙер был ағастар ҡырҡылған, киләсәктә яңы үҫентеләр ултыртылырға тейеш.

Быларҙан тыш, ихатала балалар майҙансығы ла яңыртылған, бала-саға Президенттан спорт менән шөғөлләнеү өсөн төҙөкләндерелгән биләмә яһауҙарын һораны. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләгә айырым туҡталып, мәсьәләнең мотлаҡ хәл ителәсәген билдәләне. Ихатала үҙҙәренең футбол командаһы бар, улар мөмкин булған барлыҡ турнирҙарҙа ла ҡатнашырға тырыша. Йәш спортсылар Президенттан автографлы футбол һәм волейбол туптары алды.

Яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә төбәк башлығына көнүҙәк проблемалары менән мөрәжәғәт итте. Бында торлаҡ йорттар янындағы иҫке биналарҙы һүтеү, беренсе ҡаттағы балконға законһыҙ төкәтмәләр, юлдарҙы артабан киңәйтеү мөмкинлеге хаҡында һүҙ алып барылды. Халыҡты айырыуса йортҡа яҡын урынлашҡан ҙур булмаған магазин төҙөлөшө борсой. Бында йәшәүселәр әйтеүенсә, уны төҙөүгә ихтыяж булмаған.

— Был магазиндың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткәндәрҙер, күрәһең, — тине Рөстәм Хәмитов, граждандарға мөрәжәғәт итеп. – Властың үҙегеҙҙең ҡулда булыуын аңларға тейешһегеҙ. Әүҙемлек күрһәтегеҙ. Был һеҙҙең ер һәм һеҙҙең ҡарарҙан тыш бында бер нәмә лә эшләнергә тейеш түгел.

Яңы балалар баҡсаһы төҙөү — тағы бер көнүҙәк мәсьәлә. Республика башлығы быйыл Башҡортостанда 50 балалар баҡсаһы төҙөләсәген билдәләне. Йәнә шәхси мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын булдырыу мөмкинлеге лә ҡарала.

Осрашыу һуңында Өфө халҡы ярҙамы өсөн Президентҡа рәхмәт әйтеп, йорттарыбыҙ, йорт яны биләмәләре тураһында үҙебеҙ хәстәрлек күрәсәкбеҙ, тип вәғәҙә бирҙе.