Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө эшҡыуарҙарын июлдә бушлай ике консультация көтә

Иҡтисад

Өфө Эшҡыуарҙар союзының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә июлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай ике индивидуаль консультациялар үткәреләсәк. Улар эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген һәм юридик яҡтан белемен күтәреү маҡсатында ай һайын ойошторола.

Шулай итеп, 11 июлдә «Реклама. Өфө ҡалаһында тауар һәм хеҙмәттәрҙе алға һөрөү» темаһына консультацияны «Респект» хоҡуҡ компанияһының реклама бүлеге начальнигы Эдуард Шәрәфетдинов үткәрә.

25 июлдә «Бизнес-Ярҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кадрҙар хеҙмәте белгесе Елена Әминева «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларында кадрҙарға бәйле документтар әйләнеше» темаһына кәңәштәрен бирә.

Консультациялар алдан теркәлеү буйынса 16 — 18 сәғәттәрҙә үтә. Белешмәләр өсөн телефон: 241-47-44.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть