6 декабрь, Шишәмбе

03 июль 2012 йыл, 9:40

Рөстәм Хәмитов баш ҡалалағы ихаталарҙың нисек төҙөкләндерелеүен баһаланы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Динар Кәлимуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Свердлов урамындағы ихаталарҙың нисек төҙөкләндерелеүен баһаланы. Бер ай элек республика башлығы Свердлов урамындағы 45-се, 49-сы һәм Ғафури урамындағы 50-се йорт ихаталарын тәртипкә килтерергә ҡушҡайны. Кисә, 2 июлдә, ул Өфө ихаталарын тағы бер ҡарап сыҡты.

Бер нисә аҙна эсендә йорт яны биләмәһе күҙгә күренеп үҙгәргән. Юлдар ярайһы ныҡ киңәйтелгән, автомобилдәр ҡуйыу өсөн яңы туҡталҡалар эшләнгән. Ҡый баҫҡан баҡса урынына сағыу петуниялар түтәлдәре барлыҡҡа килгән.

Балалар шатлығының сиге юҡ, сөнки һәр ихатала заманса уйын комплексы ҡуйылған. Тиктормаҫ сабыйҙары өсөн әсәй-өләсәйҙәр ҙә борсолмай хәҙер, сөнки уларға ваҡыт үткәрерлек урын бар.

Өфөлөләр республика Президентын рәхмәт һүҙҙәре менән ҡаршы алды.

— Хәлдәрегеҙ нисек, барыһынан да ҡәнәғәтһегеҙме? Эштәр сифаты нисек? — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов бында йәшәүселәргә. — Бына бит, бөтәһен дә тиҙ арала һәм ышаныслы итеп эшләп була икән.

Йорт комитеттары рәйестәре Президентты үҙ ихаталарына саҡырҙы, бында элек нисек булғанын билдәләп, төҙөкләндерелеү кимәле менән маҡтанды.

Параллель рәүештә бөтөн өс йортта ла фасадтарҙы йылытыу һәм тәҙрәләрен алмаштырыу эштәре алып барыла. Президентҡа һөйләүҙәренсә, Ғафури урамындағы биш ҡатлы йорт Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының капиталь ремонт программаһына ингән. Ҡалған йорттар ҡала бюджеты иҫәбенә йылытыла. Фасадтарҙан тыш, баҫҡыс майҙансыҡтары ла яңырып ҡалған, 49-сы йорттоң ҡыйығы алмаштырылған. 1 авгусҡа төҙөүселәр ремонт эштәрен тулыһынса башҡарып сығырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов ҡулланылған төҙөлөш материалдары һәм эштәр сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Кешеләр әйтеүенсә, төҙөүселәр уларҙың теләктәрен иҫәпкә ала.

Төбәк башлығының бында йәшәүселәр менән әңгәмәләшеүе барышында асфальт түшәлгән яңы юлдан машиналарҙың ҙур тиҙлектә йөрөй башлауы асыҡланды. Өфөлөләр сараһын күреүҙе һораны. Был проблема урында уҡ хәл ителде. Алдағы ике көндә ихатаға ингән урында асфальттан кәртәләр һалынасаҡ.

Ғафури урамына ҡараған йортта йәшәүселәр беренсе ҡатта урынлашҡан аҙыҡ-түлек магазинына бәйле уңайһыҙлыҡтар тураһында һөйләне. Президент был бәхәсле мәсьәләне асыҡларға ҡушты.

Свердлов урамындағы ихаталарҙы төҙөкләндереү менән генә баш ҡалала тәртип булдырыу эштәре тамамланмаясаҡ. Киров районында ғына әле 14 ихата төҙөкләндерелә. Ә бер йыл эсендә Өфөлә 500 ихата яңыртыласаҡ.