6 декабрь, Шишәмбе

02 июль 2012 йыл, 18:12

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты Геннадий Месяц менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Динар Кәлимуллин

2 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты Геннадий Месяц һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе етәкселеге менән осрашты.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа Башҡортостанда инвестиция проекттарын фәнни яҡтан оҙата барыу, шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторындағы бурыстарҙы хәл итеү өсөн республикаға Фәндәр академияһы белгестәрен йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Осрашыу барышында Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе араһында фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документта ғилми үҙәктәрҙең тәбиғи-техник һәм социаль-гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүенең төп йүнәлештәре күрһәтелгән.

Рөстәм Хәмитов һәм Геннадий Месяц үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү варианттарын тикшерҙе.

— Беҙ яныбыҙҙа етди коллективтар, етди кешеләр эшләүенә мохтажбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республика әле яңырыу юлына, инвестициялар, бихисап проблемаларыбыҙҙы хәл итеүҙә ярҙам итә алырлыҡ яңы заманса көстәрҙе йәлеп итеү юлына сыҡты.

Беҙҙең өсөн ошондай бәйләнеш, үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыу мөһим. Шулай уҡ һеҙҙең ярҙам менән республикаға алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы, бер фәндә генә түгел, производствола, мәҙәниәттә, мәғарифтағы мәсьәләләрҙе, хәл итә алырлыҡ әҙерлекле белгестәр йәлеп итеү варианттарын тикшерә алыр инек.

Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда мөмкин булған төбәкте үҫтереү варианттары ҡайтанан ҡаралған.

— Киләсәгебеҙҙең асыҡлыҡта, контакттар булдырыуҙа икәнлеге аңлашыла. Беҙҙең киләсәк инвесторҙар йәлеп итеүҙә. Беҙгә заманса, юғары технологик предприятиелар, сәнәғәтебеҙҙе төптән яңыртыу, инновацион алымдар кәрәк. Фәнни коллективтар менән осрашҡанда, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә, республиканың Фәндәр академияһында сығыш яһағанда мин ғалимдарға туҡтамай эшләргә тейешлегебеҙҙе аңлатырға тырышам. Тәнҡитләү өсөн ҙур аҡыл кәрәкмәй. Яңыса эшләү өлгөләре кәрәк.

Күптән түгел үҙе булып киткән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Нефть химияһы һәм катализ институтын Рөстәм Хәмитов ыңғай миҫал итеп килтерҙе.

— Бик көслө, ҡеүәтле институт, миңә бик оҡшаны. Тураһын әйтәм, минең өсөн был асыш булды. Мин Мәскәүҙә, Рәсәй Фәндәр академияһының бик күп институттарында булдым, ә бында тыштан уның ярайһы имен, ә эстән бай йөкмәткеле булыуын күрҙем. Беҙ уларға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, берлектәге программа әҙерләйбеҙ, бергәләп эшләйәсәкбеҙ. Республиканың Фәндәр академияһына килгәндә, бында үҙгәртеп ҡороуҙар алып барыла. Академияның яңы президенты менән йыш осрашабыҙ, нимәләр эшләргә кәрәклеген тикшерәбеҙ, бында ла яңы фекерҙәр бар. Беҙ Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе институттары, ғөмүмән, РФ Фәндәр академияһы менән мөнәсәбәттәрҙе яңы форматҡа күсерергә тейешбеҙ. Беҙҙең турала, республика тураһында һөйләр өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумында сығыш яһарға әҙермен, тигән тәҡдимемде әйткәйнем инде.

Геннадий Месяц Фәндәр академияһының был хатты алыуын раҫланы һәм бындай осрашыуға әҙер булыуын белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов осрашыуҙың сентябрҙә йәки октябрҙә булыу ихтималлығын билдәләне. Рәсәй Фәндәр академияһы президенты әйтеүенсә, төбәк башлыҡтарының Фәндәр академияһында сығыш яһағаны булған.

Газ химияһы, нефть химияһы үҙәктәрен ойоштороу темаһына туҡталып, Рөстәм Хәмитов төбәктә күп тоннажлы продукция ҡыуылыуына, урта тоннажлы, аҙ тоннажлы химия булмауына бәйле борсолоу белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республикаға умарта тирәләй эшләгән бал ҡорттары кеүек предприятиелар кәрәк.

Йәнә төбәк башлығы республикала прецизион машина эшләү үҙәге булдырыу ниәте менән яныуы хаҡында белдерҙе.

— «МиГ» самолеттары өсөн двигателдәр производствоһын Мәскәүҙәге Чернышев исемендәге машиналар эшләү предприятиеһынан бында, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә, күсереү бурысы тора, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ «РусГидро» менән бергәләп юғары технологиялар технопаркын ойошторасаҡбыҙ. Быларға гидро-, турботөҙөлөш, автоматика инә. Бындай идеялар бик күп беҙҙә. Тау сәнәғәтендә беҙҙә техноген ятҡылыҡтар бар. Составында баҡыр, цинк, алтын, көмөш булған миллионлаған түгел, ә йөҙәрләгән миллион тонналыҡ ҡалдыҡтар ята. Былар барыһы ла бар, һәм был идеяларҙы артабан үҫтерергә кәрәк.