8 декабрь, Кесе йома

02 июль 2012 йыл, 16:27

Республикала планлаштырылған майҙандарҙың 34 процентында мал аҙығы үләндәре сабып алынған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 380 мең гектар майҙанда бер һәм күп йыллыҡ үләндәр сабып алынған, был пландың 34 процентын тәшкил итә. Республиканың ике районында – Мишкәлә һәм Нуриманда – майҙандарҙың яртыһынан ашыуында бесән сабылған, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Иң күп мал аҙығы Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарында йыйып алынған — 16,5 мең гектар.

Һауа торошо аграрийҙарға уҙған ял көндәрендә мал аҙығы әҙерләү буйынса ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек биргән. Бесән сабыу буйынса күрһәткес бер юлы биш процентҡа яҡшырған. Сапҡыстар 59 мең гектарҙы артта ҡалдырған.

2 июлгә Башҡортостанда 224 мең тонна бесән (30%) һәм 495 мең тонна сенаж (21%) әҙерләнгән. Бер шартлы мал башына был 5 процент мал аҙығы берәмеге тигән һүҙ.

Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Шаран һәм Яңауыл райондары хужалыҡтары мал аҙығы буйынса планлаштырылған күләмдең яртыһынан ашыуын һаҡлауға һалған.