9 декабрь, Йома

02 июль 2012 йыл, 15:02

Башҡортостан элеваторҙары яңы иген уңышын ҡабул итеүгә әҙерләнә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан элеваторҙары яңы иген уңышын һаҡлауға ҡабул итеүгә әҙерлеккә тикшерелә. 32 иген әҙерләү предприятиеһы бөгөндән үҙҙәренең техник базаһын БР Ауыл хужалығы министрлығының махсус комиссияһына күрһәтергә әҙер.

Әҙерлеккә тикшереү үтеү предприятиеларға артабан республика райондары һәм ҡалаларының аҙыҡ-түлек маҡсаттары өсөн игенде һаҡлауға һалыуға бәйле ойошторолоусы тендерҙарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк. Барлыҡ иген һаҡлау һыйымдары, иген киптергестәр һәм елләтеү саралары, үлсәү ҡорамалдары, юлдар, иген ҡабул итеү майҙансыҡтары тәртипкә килтерелгән.

Белгестәр айырыуса келәттәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлегенә иғтибар бирә.