8 декабрь, Кесе йома

02 июль 2012 йыл, 12:26

Башҡортостанда һауым күләмдәре арта

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йыл башынан алып тулайым һауым Башҡортостанда 821 мең тоннанан ашып киткән, уҙған йылдағы кимәлгә ҡарағанда был 29 мең тоннаға күберәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тәүлегенә һәр һыйырҙан уртаса һауым буйынса ла күрһәткестәр яҡшы. Башҡортостанда тәүлегенә һәр һәүкәштән яҡынса 13,8-шәр кг һөт һауыла. Бында Саҡмағош малсылары алда бара. Район хужалыҡтарында тәүлегенә һәр һыйырҙан 17,7 кг һөт һауыла. Республиканың тағы өс районында – Тәтешлелә, Стәрлетамаҡта һәм Мәләүездә 17 килограмдан ашыу һөт алына.

Урал аръяғының, атап әйткәндә, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла райондарының ауыл хужалығы предприятиеларында былтырғы йыл менән сағыштырғанда һауым артыуы күҙәтелә.

Йыл башынан алып 337 мең тонна һөт һатылған.  Шуның 295 мең тоннаһы ауыл хужалығы предприятиелары өлөшөнә тура килә.