3 декабрь, Шәмбе

02 июль 2012 йыл, 10:56

2012 йылда республикала 70000 кв. метр социаль торлаҡ төҙөү планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөгөнгө көндә Башҡортостандың 49 муниципаль берәмегендәге 80 ер участкаһында социаль торлаҡ төҙөлөшө йәйелдерелгән. Яҡын арала тағы өс райондағы биш участканы үҙләштереү планлаштырыла. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Күмертау, Туймазы ҡалаларында, Көйөргәҙе районының Ермолаев ҡасабаһында эштәр әүҙем алып барыла.

Бынан тыш, 19 муниципаль райондағы 41 ер участкаһында бер ҡатлы йорттар һалына. 2012 йылда дөйөм майҙаны 35 мең квадрат метрлыҡ 550 объект сафҡа индереләсәк, тип көтөлә. 2013 йылға 210  мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөү бурысы ҡуйылған. Белгестәр әйтеүенсә, ҡуйылған бурысты үтәр өсөн майҙандарҙың документтарын һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен әҙерләүгә бәйле эштәрҙе әүҙемләштерергә кәрәк.  

Социаль торлаҡ төҙөлөшөнә республика бюджетынан 650 млн һум бүленгән.