5 декабрь, Дүшәмбе

02 июль 2012 йыл, 10:25

Башҡортостан делегацияһы Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәткә 10 йыл тулыуға арналған хәтер сараларында ҡатнаша

автор: Галина Бахшиева

Кисә, 1 июлдә, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәткә 10 йыл тулыуға арналған хәтер сараларында ҡатнашыу өсөн Германияның Юберлинген ҡалаһына юлланды.

Делегация составында — «Мәскәү-Барселона» маршруты буйынса осҡан Башҡортостан авиалинияларының ТУ-154М самолетында булған пассажирҙарҙың яҡындары. Дөйөм алғанда, Юберлингендағы һәм Брахенройттағы траур сараларында Башҡортостандан 150 кеше ҡатнаша.  

Ике көн дауамында – 1 һәм 2 июлдә Башҡортостан һәм Баден Вюртемберг еренең рәсми делегацияларының осрашыуҙары һәм һөйләшеүҙәре ҡаралған. Ошо уҡ арала авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙың яҡындары һәм туғандары «Өфөгә дуҫлыҡ күпере» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, урындағы власть органдары вәкилдәре менән осрашырға, Брахенройттағы матәм митингыһында ҡатнашырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 1 июлдән 2-һенә ҡарай төндә авиадиспетчер хатаһы арҡаһында ике самолет – Башҡортостан авиалинияларының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә.

ТУ-154М самолетында экипаждың 12 ағзаһы һәм Испанияға ял итергә юлланған 57 пассажир, шул иҫәптән 52 бала була, уларҙың күбеһе – Башҡортостан кешеләре. Был сәфәр яҡшы уҡығандарға бүләк булараҡ ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты менән ойошторола. Йөк «Боингы» менән ике пилот идара итә.

Фажиғә ике самолетта булғандарҙың барыһының да ғүмерен ҡыя (71 кеше, шул иҫәптән 52 бала).

темалар: хәтер