Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Төбәк башлығы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты

Сәйәсәт

29 июндә Пензала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда Волга буйы төбәктәрендә дәүләт идараһының һөҙөмтәлелеген һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын күтәреү мәсьәләләре тикшерелде. Атап әйткәндә, бында «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында»ғы федераль закон тураһында һүҙ барҙы, уға ярашлы, 2012 йылдың 1 июленән власть органдарына граждандарҙан башҡа ведомство базаларында һаҡланған мәғлүмәттәрҙе һорау тыйыла. Шулай итеп, был дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыуҙы тиҙләтәсәк, халыҡты төрлө инстанцияларҙа белешмәләр йыйыуҙан азат итәсәк.

Шулай уҡ сәйәси системаны яңыртыуға бәйле закон положениелары ла тикшерелде. Рәсәй Президенты Федерация субъекттары башлыҡтарын туранан-тура һайлау тураһындағы бөтөн төбәк закондарын да 2012 йылдың 1 июленә тиклем федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерергә ҡушҡайны. Башҡортостанда БР Конституцияһына һәм «БР Президенты тураһында»ғы законға тейешле төҙәтмәләр индерелде һәм 28 июндә һуңғы уҡыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай менән раҫланды.

Рәсәй Пезидентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә үткән ултырышта Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоров, төбәк етәкселәре, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашты, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть