5 декабрь, Дүшәмбе

29 июнь 2012 йыл, 17:21

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә Һиндостандан партнерҙар килде

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 29 июндә «Рособоронэкспорт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм HAL корпорацияһының (Корапут ҡалаһы, Һиндостан) вәкилдәре килде. Уларға берекмәлә Һиндостандың Хәрби һауа көстәре өсөн сығарылған двигателдең һынауҙары күрһәтелде. Йәнә сит ил ҡунаҡтары завод цехтарының береһендә АЛ-31ФП двигателенең нисек йыйылыуын да күҙәтте. Изделие Һиндостанға экспортҡа оҙатыла, унда Су-30МКИ истребителдәренә ҡуйыла.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән Һиндостан хеҙмәттәшлегенең 50 йыллыҡ тарихы тураһында һөйләгән документтар һәм фотоһүрәттәр һаҡланған предприятие музейы ҡунаҡтар маршрутындағы һуңғы нөктә булды.

Берекмәнең корпоратив коммуникациялар идаралығында билдәләүҙәренсә, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һиндостан менән Корапут ҡалаһында АЛ-31ФП двигателенең лицензиялы производствоһын ойоштороу буйынса хеҙмәттәшлек итә. Предприятие сит ил партнерҙарға ҡорамалдарҙы монтажлауҙа һәм персоналды уҡытыуҙа техник ярҙам күрһәткән. 2011 йылда HAL корпорацияһы бүлексәһендә тәүге АЛ-31ФП двигателе йыйылып, уңышлы һынау үткән.