7 декабрь, Шаршамбы

29 июнь 2012 йыл, 16:51

Быйыл ураҡта 2519 комбайн эшләйәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Игенде урып йыйыу эштәренә Башҡортостанда 2519 комбайн йәлеп ителәсәк, уҙған йылға ҡарағанда был 23 берәмеккә күберәк. БР Ауыл хужалығы министрлығының игенде урып йыйыу техникаһын әҙерләүгә арналған эш кәңәшмәһендә ошондай мәғлүмәт бирелде. Шулай итеп, республика МТС-тарын иҫәпкә алғанда бер комбайнға уртаса йөкләнеш 480 гектар тәшкил итәсәк. Норма буйынса ул 350 гектарҙан ашмаҫҡа тейеш.

Йыл һайын игенде урып йыйыу техникаһын 300 берәмеккә яңыртҡанда, төбәк өс-дүрт йылдан норматив күрһәткескә сығасаҡ, тип хәлдәргә аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Ураҡ алдынан хужалыҡтар бындай техника һатып алыуҙы дауам итә. Ауыл эшсәндәре өсөн Шишмә һәм Илеш райондарындағы ремонт-техника предприятиеларында йыйылған агрегаттар ҙур ярҙамсы була ала. Бынан тыш, ошо арала эш визиты менән Башҡортостанға килгән Беларусь Республикаһы делегацияһы менән дә республиканың ремонт предприятиеларының береһендә МТЗ-82 тракторҙарын йыйыу тураһында килешеү төҙөлгән.

Әле ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн төп бурыс — ураҡ агрегаттарының барыһын да тулы әҙерлек хәленә килтереү.

— Билдәләнгән бар эштәрҙе лә көйлө һәм юғалтыуҙарһыҙ үткәреү өсөн, беҙгә эштәребеҙҙе дөрөҫ ойошторорға кәрәк, — тигән маҡсат ҡуйҙы Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов. – Техник сәйәсәт үҙебеҙҙең ҡулдар менән яһала, һәм беҙ мөмкин тиклем аграрийҙарға ярҙам итергә тейеш.