8 декабрь, Кесе йома

29 июнь 2012 йыл, 16:15

Таможня хеҙмәткәрҙәре Канаданан килгән посылкаларҙа радиоактив нурланыш булыуын асыҡлаған

автор: Ольга Мортазина | фото: Башҡортостан таможняһы

Нефтекамалағы һәм Өфөләге Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре радиоактив посылкалар тапты. «Munami Inc.» фирмаһының медальондары һалынған ике бандероль дә Канаданан килгән, тип хәбәр итте Волга буйы таможня идаралығының матбуғат секретары Наталья Стожарова.

Радиация әүҙемлегенең юғары булыуын асыҡлағас, таможня хеҙмәткәрҙәре Роспотребнадзорҙың территориаль органына эксперттар һығымтаһын һорап мөрәжәғәт итә. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре медальондарҙың санитар талаптарға яуап бирмәүен раҫлай.

Республика халҡы шифалы биҙәүестәр булараҡ медальондарға интернет аша заказ биргән. Рекламаға ярашлы, улар янартау лаваһынан эшләнгән һәм сәләмәтлекте нығытыуға һәм арыуҙы бөтөрөүгә һәләтле. Шул уҡ ваҡытта һәр медальон янында радиоактив нурланыш сәғәтенә 0,50 — 0,67 микрозивертҡа тиң, ә тәбиғи радиация фонында ул сәғәтенә ни бары 0,06 — 0,08 микрозиверт тәшкил итергә тейеш.

темалар: таможня