2 декабрь, Йома

29 июнь 2012 йыл, 15:47

Сабынлыҡтарҙа эш ҡыҙа

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары 180 мең тонна бесән әҙерләгән. Был — планлаштырылғандың 24 проценты, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Тағы бер тупаҫ мал аҙығын – сенажды һаҡлауға һалыу эштәре лә дауам итә. 29 июнгә сенаж траншеяларына 409 мең тонна йәшел масса һалынған (17%).

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланғандан алып шартлы мал башына республикала 4,1-шәр центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән.  Беренселек – благовещендарҙа, уларға 10,6-шар центнер мал аҙығы берәмеге тура килә.

Ҡышҡылыҡҡа иң күп бесән Илеш районында әҙерләнгән – 7,4 мең тонна. Сенаж буйынса Федоровка районы эшсәндәре алдынғылыҡты бирмәй — 20,7 мең тонна.

Аграр ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, бер һәм күп йыллыҡ үләндәр 321 мең гектарҙа (29%) сабылған. Бер көн эсендә күрһәткес бер юлы 2 процентҡа артҡан.