Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Мәләүездә Рәсәй сәйәсәте мәктәбе асыла

Сәйәсәт

Мәләүездә Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең бүлексәһе асыла. Дәрестәр 1 сентябрҙән К.Г.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының филиалында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика хеҙмәтенән.

Дәрестәр республиканың башҡарма һәм закондар сығарыу власы вәкилдәре, политологтар, эксперттар, сәйәси партия ағзалары менән рәсми булмаған аралашыуға ҡороласаҡ. Тыңлаусылар власть һәм ижтимағи-сәйәси структураларҙа практика үтәсәк, тип күҙаллана.

Әле Мәләүездә студенттар, аспиранттар, йәш уҡытыусылар, предприятиеларҙың йәш белгестәре, бизнес вәкилдәре иҫәбенән көнүҙәк проекттар тәҡдим итеп, уларҙы тормошҡа ашырыуға һәләтле 30 йәшкә тиклемге перспективалы йәш кешеләр төркөмө төҙөлә. Уҡып сыҡҡандан һуң улар республиканың дәүләт власы органдарының кадрҙар резервына инергә мөмкинлек аласаҡ. Уҡыу бушлай. Курс тамамланғандан һуң Рәсәй сәйәсәте мәктәбе тыңлаусылары үҙҙәренең инновацион социаль проекттарын әҙерләйәсәк. Иң яҡшы проект авторҙарының төбәктәге Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең дүртенсе төркөмөнә алыныуы ихтимал. Ул саҡта йәштәр үҙ эштәрен Башҡортостандың әйҙәүсе сәйәсмәндәренә тәҡдим итә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть