Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре буйынса Башҡортостан алдынғы ун төбәк иҫәбендә

Иҡтисад

2012 йылдың ғинуар-майында торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урын биләй. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, биш айҙа республикала дөйөм майҙаны 568,3 мең квадрат метрлыҡ 6000 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә.

Шәхси төҙөүселәр өлөшөнә дөйөм торлаҡ күләменең 85 проценттан ашыуы тура килә. Ауылдарҙа төҙөлөш артыуын да  билдәләргә кәрәк — 292,5 мең квадрат метр, уҙған йылдағы күрһәткескә ҡарата был 126 проценттан ашыуҙы тәшкил итә. Ә ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшөнөң һүлпәнәйеүе теркәлгән — 2011 йылдағы ошо уҡ осорға ҡарата ни бары 99,1 процент.  

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йыл аҙағына тиклем 2,3 млрд квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Республиканың бер кешеһенә ағымдағы йылда 0,57 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть