Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Пензала Волга буйы федераль округы Советының ултырышы үтә

Сәйәсәт

Бөгөн, 29 июндә, Пензала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә округ Советы ултырышы үтә. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнаша.  

Губернаторҙар, Дәүләт Думаһы депутаттары Волга буйы төбәктәрендә дәүләт идараһының һөҙөмтәлелеген һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын күтәреүҙе тикшерә. Федераль ҡануниәткә ярашлы, 2012 йылдың 1 июленән влать органдарына граждандарҙан башҡа ведомство базаларында һаҡланған мәғлүмәттәрҙе һорау тыйыла. Халыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алғанда чиновниктарға белешмәләр юллап барыуҙан ҡотоласаҡ.

Был тема буйынса төп доклад менән Пенза өлкәһе губернаторы Василий Бочкарев сығыш яһай. Ул төбәктәрҙә хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә биреүгә күсеү  буйынса эштәрҙе ойоштороу һәм ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек системаһын булдырыу тураһында һөйләйәсәк.

Совет ултырышында ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округы төбәктәрендә сәйәси системаны яңыртыуға бәйле закон положениеларының нисек тормошҡа ашырылыуын да тикшерәсәк. Губернаторҙарҙы туранан-тура һайлау тураһындағы бөтөн төбәк закондары ла 2012 йылдың 1 июленә тиклем федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерелергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть