9 декабрь, Йома

29 июнь 2012 йыл, 12:48

Өфөлә Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк асылды

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

28 июндә Өфөлә Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк асылды.

Күп функциялы үҙәк дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә граждандарҙан һәм юридик шәхестәрҙән документтарҙы «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса ҡабул итә.

Был үҙәктең төп маҡсаты — дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күтәреү, «берҙәм тәҙрә» принцибын ҡулланыу арҡаһында хеҙмәттәр алыу процедураһын ябайлаштырыу, халыҡ өсөн хеҙмәттәр алыу процесын уңайлаштырыу, уларҙың ваҡытын һәм аҡсаһын экономиялау, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә аралашсылар хеҙмәте баҙарын, коррупцияны бөтөрөү.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Күп функциялы үҙәктә дөйөм алғанда 58 дәүләт хеҙмәте күрһәтеләсәк.

Республика биләмәһендә Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Нефтекамала, Бәләбәйҙә һәм Октябрьскийҙа Үҙәктең филиалдарын асыу планлаштырыла.

Тәү сиратта был — социаль яҡлау өлкәһе, рөхсәт ҡағыҙҙары һәм лицензия биреү хеҙмәттәре. Күп функциялы үҙәктә, миҫал өсөн, күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына балаға айлыҡ пособие алыуға документтар әҙерләү кеүек хеҙмәт күрһәтелә. Ошонда уҡ ер участкаларының сиктәрен билдәләүгә бәйле документтар алыуға ғаризалар ҡабул ителә һәм документтар әҙерләнә, граждандар торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидия юллай ала.

Күп функциялы үҙәккә тәүгеләр рәтендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килде, ул Үҙәк эшмәкәрлеге менән танышып, күргәндәренән бик ҡәнәғәт ҡалды.

— Халыҡҡа бындай үҙәктәр кәрәк, сөнки бик уңайлы: килдең, заяка бирҙең дә бер айҙан кәрәкле документтарҙы ҡулыңа алдың. Башҡа бер ҡайҙа ла йөрөргә, аҙапланырға кәрәкмәй – был ысынлап та бик уңайлы, — тине Рөстәм Хәмитов.

Журналистарға Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин һөйләүенсә, халыҡҡа уңайлыраҡ булһын өсөн баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә һәм Сипайлово биҫтәһендә Күп функциялы үҙәктең офистары асыласаҡ. Әле уларға бина эҙләйҙәр.

— Техник яҡтан беҙ бындай үҙәктәр асыуға әҙер, — тип билдәләне министр.

Яңы Күпер урамында урынлашҡан Үҙәктең дөйөм майҙаны өс меңдән ашыу «квадратҡа» тиң. Операциялар залының майҙаны – яҡынса 950 квадрат метр. Шуныһы мөһим: Үҙәктә сират көтөү өсөн уңайлы урындар ҡаралған, балалар бүлмәһе, кафетерий һәм өҫкө кейемде тапшырыу бүлмәһе бар.

— Штатта 88 кеше. Операция залында әле 35 кеше эшләй. Йөкләнеш артыуына ҡарап, залдағы хеҙмәткәрҙәр иҫәбе 70-кә тиклем арттырыласаҡ, — тине Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең директоры Руслан Усманов.

Клиенттарға уңайлы булһын өсөн Үҙәк иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Төшкө тәнәфес юҡ. Йәкшәмбе – ял көнө. Шул уҡ ваҡытта киске ваҡытҡа һәм шәмбегә айырым иғтибар биреләсәк. Сөнки тап ошо арала килеүселәр күбәйә.

Евгений Маврин һүҙҙәренсә, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк көн һайын меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә ала.

— 15 минут – сиратта тороуға, тағы 15 минут клиентты хеҙмәтләндереүгә китә. Был регламент ныҡлы контролдә тотоласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Евгений Маврин.

темалар: хеҙмәттәр