11 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2012 йыл, 11:23

Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Рәсәйҙәге Илсеһе Аджай Малхотра менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

28 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Аджай Малхотра менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов осрашыу барышында Һиндостан Илсеһенең Башҡортостан Республикаһында һуңғы тапҡыр алты йыл элек булыуын билдәләне.

— Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы ҙур, етди территория булыуын иҫәпкә алғанда, был ярайһы оҙаҡ, — тине Президент. — Ил иҡтисадында республикабыҙ тотҡан ролдең һәм урынының ҙур булыуын аңлайбыҙ. Быйыл апрелдә Рәсәй менән Һиндостан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырылыуына 65 йыл тулды. Ошо йылдар дауамында Рәсәй-Һиндостан мөнәсәбәттәре ихлас дуҫлыҡ, партнерлыҡ, хеҙмәттәшлек өлгөһө булды. Беҙҙең республика Һиндостан менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы тауар әйләнешен арттырыуға тос өлөш индерә. Былтыр беҙ 250 млн долларлыҡ күләмгә еттек. Шул уҡ мәлдә ҙур өлөшө — ул Рәсәйҙән Һиндостанға экспорт, машина эшләү продукцияһының, химия тауарҙарының экспорты. Әммә беҙ, һис шикһеҙ, халыҡ-ара сауҙа тигеҙлеге һаҡланһын һәм Һиндостандан импорт тауарҙар өлөшө артһын, тигән теләктәбеҙ. Беҙ бөгөн дә медикаменттар, кейем, ҡорамалдар, көнкүреш техникаһы, ҡара металдан изделиелар алабыҙ. Әммә был ғына аҙ, был күләмдәрҙе арттыра барырға, шуға ла был йүнәлештәге эштәрҙе әүҙемләштерергә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республика авиация техникаһын поставкалау буйынса ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлекте арттыра барыуын дауам итәсәк.

— Шәмбе көндө HAL корпорацияһының ҙур делегацияһын ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләне республика башлығы. — Беҙ үҫеш перспективаларын тикшерәсәкбеҙ. Башҡортостан Республикаһы власы был эшмәкәрлек йүнәлешен хуплай, ошо төрҙәге экспорт үҫешһен һәм уның күләмдәре артһын өсөн беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙең республика һәм Һиндостан араһында әүҙем мәҙәни бәйләнеш булдырылған. Киләһе йылда «Башҡортостан – Һиндостан» дуҫлыҡ һәм мәҙәниәт бәйләнештәре йәмғиәтенең 40 йыллығын билдәләйбеҙ. Ул ошо төрҙәге тәүге йәмғиәттәрҙең береһе, һәм бөгөн был ойошма эшмәкәрлегенең бай эстәлекле булыуы ҡыуандыра. Бынан тыш, Өфөлә һинд мәҙәни үҙәге лә эшләп килә, ошо мөнәсәбәттәр, мәҙәни хеҙмәттәшлек, мәҙәни бәйләнештәр үҫешһен өсөн бөгөн ул да икенсе төрлөрәк эшләй башларға тейеш. Беҙ уларға финанс яҡтан да, мәҙәниәт үҙәген урынлаштырыу, матди йәһәттән тәьмин итеү яғынан да ярҙам итергә әҙер. Был мәҙәниәт үҙәге эшмәкәрлегенең әүҙемләшеренә бер шигебеҙ ҙә юҡ.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан хеҙмәттәшлек итеү өсөн Һиндостанға тәҡдим итә алған йүнәлештәрҙе атаны.

— Иң элек, был республиканан Ка-32, Ка-220 серияһындағы вертолеттар кеүек юғары технологик продукцияны, автоцистерналар, бетон болғаусы машиналар, троллейбустар, автобустар, электр энергияһы етештереү өсөн газ турбиналы техниканы поставкалау. Беҙ «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы үткәрәбеҙ, һәм киләһе йылда ошо форумда ҡатнашыу өсөн Һиндостан белгестәрен саҡырырға теләр инек. Унда Һиндостан бизнесы менән Рәсәй Федерацияһы бизнесын берләштерергә, үҫеш өсөн уртаҡ мөмкинлектәр табырға һәм ошоға бәйле башҡа эштәрҙе алып барырға мөмкин булыр ине. Артабан. Өфө дәүләт нефть техник университеты нигеҙендә нефть эшкәртеү, нефть сығарыу буйынса кадрҙар әҙерләү, Өфө дәүләт авиация университетында авиация двигателдәре буйынса инженерҙар әҙерләү, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһендә, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы производствоһы, төҙөлөш проекттары, туризм, ял һәм башҡа өлкәләрҙә мөмкин булған хеҙмәттәшлек. Йүнәлештәр бик күп. Артистарыбыҙ Һиндостанда күп тапҡыр гастролдәрҙә булды. Беҙҙең ҡурсаҡ театры — 25 йыл элек «Һинд легендаһы» спектакле өсөн Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияһына лайыҡ булған берҙән-бер Рәсәй театры. Беҙ был театр өсөн яңы бина төҙөргә йөкләмә алабыҙ. Ул заманса, матур, бәлки Рәсәйҙәге иң яҡшы ҡурсаҡ театры бинаһы буласаҡ. Төҙөлөш эштәрен быйыл уҡ башлаясаҡбыҙ.

Осраҡтан файҙаланып, Рөстәм Хәмитов юғары ҡунаҡты 15 августа билдәләнәсәк байрам — Һиндостандың үҙаллылығының 65 йыллығы менән ҡотланы, «бөйөк, ҡеүәтле ил» халҡына рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе, уңыштар теләне.

Аджай Малхотра, үҙ сиратында, Һиндостандың Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһына иң яҡшы мөнәсәбәттә булыуын билдәләне.

— Дипломатик кимәлдә беҙҙең мөнәсәбәттәр 65 йыл элек урынлаштырылған, әммә кешеләр араһында улар электән, бер нисә быуат дауам итә, — тине Илсе. — Беҙҙең Рәсәйгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуыбыҙ ҙур, Рәсәй ҙә, Башҡортостан да беҙҙең менән ҡыҙыҡһыналыр, тип уйлайым. Әлбиттә, һеҙ әйткәнсә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән бәйләнештәребеҙ бар. Бөгөн унда булдым һәм берлектәге эштәрҙең нисек барғанын күрҙем. Бөгөн йәнә Башҡорт дәүләт медицина университетына барҙыҡ, унда 40-лаған студентыбыҙ белем ала. Һеҙҙең ҡурсаҡ театры менән бәйләнеш тотабыҙ. Уларҙы тиҙ арала тағы Һиндостанға саҡырырбыҙ, тип ышанам. Был беҙҙең өсөн дә, балаларыбыҙға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым. Мәскәүҙә ҙур мәҙәни үҙәгебеҙ бар, ләкин бында ла мәҙәни хеҙмәттәшлек булдырыр өсөн ҡыҙыҡлы нәмәләр күп. Шуға ла бында ыңғай мөмкинлектәр күрәбеҙ. Күреүемсә, фармацевтикала бик яҡшы мөмкинлектәр бар. Халыҡ-ара компаниялар парнерҙар табып, Рәсәйҙә эшләй башларға тейеш, беҙ инвестиция һалырға урын эҙләйбеҙ. Һинд компанияларына ла килергә, Өфөнө ҡарарға тәҡдим итәсәкмен. Картаға ҡарағас та, кешеләр республикағыҙҙың һәм Өфөнөң үҙәктә урынлашҡанын асыҡ күрә.