Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.26 ↓

EUR 72.23 ↑

23 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөләге тығындарҙы реаль ваҡыт режимында күҙәтеп барырға мөмкин

Йәмғиәт

Ҡала юлдарында барлыҡҡа килгән тығындарҙы иҫәпкә алып, Өфө водителдәре хәҙер маршруттарын икенсе төрлө һала ала — Өфө хакимиәтенең сайтында «Яндекс-тығындар» сервисы нигеҙендә эшләүсе «Карталар» бүлеге барлыҡҡа килде.

Әлеге ваҡытта картаның өс интерактив режимынан «Тығындар» режимы тулы ҡеүәтенә эшләй. Яҡын арала «Төҙөлөш» һәм «Ремонт эштәре» опциялары ҡулланылышҡа индереләсәк. Карталағы ҡыҙыл уҡ — был участкала барлыҡҡа килгән тығындар, һарыһы транспорт ағымының аҡрын тиҙлеге тураһында һөйләй. Ә йәшел менән билдәләнгән участкаларҙа тиҙлекте кәметмәйенсә йөрөп була.

автор: Розалия Вәлиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть