9 декабрь, Йома

28 июнь 2012 йыл, 17:03

Өфө приборҙар эшләү берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелде

автор: Любовь Колоколова

«Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеп ҡоролдо. Был Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан Республикаһындағы Территориаль идаралығының 2012 йылдың 15 июнендәге ҡарары нигеҙендә эшләнде.

Предприятиела хәбәр итеүҙәренсә, үҙгәртеп ҡороуға бәйле Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә профсоюз конференцияһы үткәрелгән, унда беренсел профсоюз ойошмаһының исемен үҙгәртеү һәм беренсел ойошма тураһында яңы редакциялағы положение ҡабул итеү мәсьәләһе тикшерелгән.

Конференцияла берекмәнең генераль директоры Альберт Карпов әйтеүенсә, производство эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре лә һаҡланасаҡ, 2011-2013 йылдар осорона төҙөргән коллектив килешеү ҙә көсөндә ҡала.

Әйткәндәй, акцияларҙың 100 проценты ла «Ростехнологиялар» дәүләт корпорацияһының ҡулында буласаҡ.

темалар: сәнәғәт