5 декабрь, Дүшәмбе

28 июнь 2012 йыл, 16:43

Һиндостан Илсеһе Аджай Малхотра Өфө моторҙар эшләү берекмәһе технологиялары менән танышты

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә  Һиндостан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Аджай Малхотра етәкселегендә Һиндостан Хөкүмәте делегацияһы килде. Ҡунаҡтар берекмәнең Һиндостан самолеттары өсөн АЛ-31ФП двигателе йыйылған цехы менән танышты.

Берекмәнең корпоратив коммуникациялар идаралығында билдәләүҙәренсә, Һиндостан — 60-сы йылдар уртаһынан «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең стратегик партнеры. Был ил өсөн ӨМЭПБ төрлө типтағы изделиелар етештергән һәм Р25-300, Р29Б-300В һәм АЛ-31ФП двигателдәренең лицензиялы производствоһын ойоштороуҙа техник ярҙам күрһәткән. 2011 йылда Һиндостанға поставкалар өлөшө Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе экспортының дөйөм күләмендә 34,2 процентты тәшкил иткән. Һиндостандың Хәрби һауа көстәренең Су-30МКИ истребителдәре өсөн 11 АЛ-31ФП двигателе һәм 57 авиация быуыны тейәп оҙатылған.