5 декабрь, Дүшәмбе

28 июнь 2012 йыл, 16:19

Һиндостан Илсеһенең хәләл ефете Өфөләге ҡарттар һәм инвалидтар йорто-интернатында булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Һиндостан Илсеһенең хәләл ефете Ира Малхотра республикаға визиты сиктәрендә кесаҙна, 28 июндә, Өфөләге ҡарттар һәм инвалидтар йорто-интернатында булды, унда медицина блогын, ололар йәшәгән бүлмәләрҙе, ашхананы, теген оҫтаханаһын, китапхананы ҡараны.

Ира Малхотра ханым менән әңгәмә барышында учреждение директоры Айрат Ҡадиров, был ҡарттар йорто-интернаты — республикалағы ололарҙы социаль хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнеүсе биш учреждениеның береһе, тип билдәләне. Ошондай уҡ интернаттар Октябрьскийҙа, Архангел районында, Дүртөйлө районының Иҫке Байыш һәм Иглин районының Көҙәй ауылдарында эшләп килә.

— Өфө йорт-интернатында 235 кеше йәшәй, ололар ҙа, 18 йәштән үткән инвалидтар ҙа бар, — тип аныҡлап китте Айрат Ҡадиров. – Улар бында социаль һәм медицина ярҙамының өр-яңы стандарттарына ярашлы хеҙмәтләндерелә. Бүлмәләр башлыса бер-ике-өс кешегә иҫәпләнгән, бөтөн тейешле медицина, рекреацион-һауыҡтырыу һәм реабилитация базаһы, ял итеү һәм дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеү өсөн биналар бар. Шулай уҡ стоматология кабинеты, фитобар һәм бөҙрәхана эшләй.

Коляскалағы инвалидтар өсөн, ә улар бында 70-ләгән кеше, пандустар, таянғыстар ҡуйылған, ишектәр киңәйтелгән, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт итеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, шулай ҙа был категориялағы кешеләр өсөн яраҡлаштырылмаған бүлмәләр ҙә бар әле.

Интернат ике корпустан тора, беренсеһе -1991 йылда, икенсеһе 2007-лә сафҡа индерелгән. 140 хеҙмәткәр, өс табип, 15 шәфҡәт туташы эшләй, тәүлек әйләнәһенә дежур итеү ойошторолған.

Ира Малхотра ханым мәрхәмәтлек бүлексәһен ҡараны, бөгөнгө көндә ҡарттар йортонда түшәктән тора алмаған 50 пациент көн итә.

Һиндостан ҡунағы бында йәшәүселәр менән дә аралашты. Әйткәндәй, интернатта 11 пар йәшәй. Ира Малхотраға уларҙың барыһының да интернатта танышыуы тураһында бәйән иттеләр.

Ҡул эштәре бүлмәһендә ҡунаҡҡа үҙҙәренең ижад емештәрен күрһәттеләр, күңелдәренә яҡтан шөғөлдәре тураһында һөйләнеләр.  

— Күңелһеҙләнергә тура килмәй, беҙ һәр ваҡыт эш менән мәшғүлбеҙ. Сигеү сигәбеҙ, һүрәт төшөрәбеҙ, бильярд, шахмат уйнайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ, һәм, әлбиттә, интернетта ваҡыт үткәрәбеҙ, сөнки һәр бүлмәлә бөтә донъя селтәренә сығыу мөмкинлеге булған компьютерҙар ҡуйылған, — тинеләр бында йәшәүселәр.

Был берҙән-бер ял формаһы түгел. Йәнә сенсор бүлмәһе, теләге булғандарға үҙҙәренең ҙур булмаған парктары ла бар. Бынан тыш, спорт ярыштарында, һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә булдырыла. Хакимиәт үҙҙәренең ҡурсауында булғандарҙың ялын төрләндерергә тырыша.

Китапханала Ира Малхотра китап фонды менән танышты, ниндәй китаптарға өҫтөнлөк биреүҙәре менән ҡыҙыҡһынды.

— Детективтар һәм мөхәббәт тураһындағы китаптар ҙур һорау менән ҡуллана, — тип яуап бирҙе уға Айрат Ҡадиров.

Үҙ сиратында, ҡунаҡ интернатта йәшәүселәрҙең көнкүрешенең һәм уларҙы медицина хеҙмәтләндереүенең юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, Һиндостанда бындай хеҙмәттәр күберәк шәхси учреждениеларҙа күрһәтелә һәм улар өсөн йәшәүселәрҙең үҙҙәренә түләргә тура килә.

Ира Малхотра интернат директорына аҡсалата сертификат тапшырҙы. Ул аҡсаның Мәскәүҙең һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы менән йыйылыуын билдәләне. Улар йыл һайын Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәйге һинд баҙарын ойоштороп, сара дауамында йыйылған средстволарҙы хәйриәгә йүнәлтә.

Һиндостан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Аджай Малхотра һәм Джавахарлал Неру исемендәге мәҙәниәт үҙәге директоры урынбаҫары Санджай Веди ҡатнашлығындағы Һиндостан делегацияһы өсөн бай программа әҙерләнгән. Уларҙы ҡаланың бер нисә предприятиеһына, шул иҫәптән Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә барыу, республика етәкселеге менән бер нисә осрашыу көтә.

Ҡунаҡтар бығаса Өфө хакимиәтендә булып, эшлекле һөйләшеүҙәр үткәргән, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән танышҡан. Билдәләп үтәйек, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – Джавахарлал Неру исемендәге премияға лайыҡ булған берҙән-бер Рәсәй театры. Бындай юғары баһаға театр 1988 йылда ойошторолған «СССР – Һиндостан» фестивалендә «Һинд легендаһы» спектакле өсөн лайыҡ булған.  

темалар: визиттар