3 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2012 йыл, 15:03

2012 йылда һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә һәм реконструкциялауға миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән

автор: Арина Рәхимҡолова

Быйыл һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә һәм реконструкциялауға республика бюджетынан миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, тигән мәғлүмәт бирелә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында.

Шулай итеп, Республика адреслы инвестицион программаһы сиктәрендә Октябрьскийҙа 2-се ҡала дауаханаһының перинаталь үҙәге өсөн 80 койкалыҡ акушерлыҡ корпусы төҙөлә. Октябрьский бала табыу йорто район-ара перинаталь үҙәк статусын алған, шуға күрә ҡаланан тыш ул Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй, Баҡалы, Бишбүләк райондарын хеҙмәтләндерә. Бала табыу йортоноң бинаһы 1951 йылда уҡ төҙөлгән, һәм әле бала табыу залдарына, операциялар үткәреү, процедура һәм башҡа төрлө биналарға ҙур ҡытлыҡ кисерә, яңы тыуған сабыйҙарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙың икенсе этабын ойоштороу мөмкинлеге лә юҡ.

2008 йылда проектлау эштәре үткәрелгән, 2009-ҙа Дәүләт экспертизаһынан ыңғай һығымта алынған. Төҙөлөш эштәрен подряд ойошмаһы быйыл март аҙағында башлаған.

– Төҙөлөштөң был этабында колонналар, бина каркасының урҙаһы монтажлана, стеналары күтәрелә, «А» блогының нигеҙе һалына. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен 2013 йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла, – ти ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Вәлиев.

Уның фекеренсә, яңы акушерлыҡ-педиатрия стационарын асыу бала көткән һәм бала тапҡан осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарға махсус медицина ярҙамының сифатын күтәрергә, сабыйҙар араһында үлем һәм ауырыу осраҡтарын кәметергә, тыуым күрһәткестәрен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

2012 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы менән 20 яңы һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөү һәм әле эшләп килгән бишәүһен реконструкциялау ҡаралған.

темалар: һаулыҡ һаҡлау