10 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2012 йыл, 13:34

Башҡортостан инновациялар өлкәһендәге норматив базаның сифаты өсөн юғары баһа алды

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙең Инновацион төбәктәр ассоциацияһы (АИРР) махсус әҙерләнгән методика буйынса Ассоциацияға ингән барлыҡ субъекттарҙың норматив базаһын баһалаған.

Күләмле анализда төбәктәге инновацион эшмәкәрлекте, инновацион үҫеш стратегияһын, маҡсатлы программаларҙы регламентлаусы төп закондар эстәлегенең нисек баһаланыуы күрһәтелгән. Төбәктә идара итеү системаһы, инновацион эшмәкәрлек алып барған субъекттар өсөн һалым ташламалары тикшерелгән.

Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһының 12 субъекты ҡатнашҡан тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, илдең ни бары өс төбәге – Калуга, Новосибирск һәм Башҡортостан Республикаһы инновациялар өлкәһендәге норматив базаның сифаты өсөн юғары баһа алған.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Кластерлы үҫтереү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, инновацион эшмәкәрлек өлкәһендәге норматив базаның сифатына ҡуйылған дөйөм баһаға бер юлы республикаға бирелгән бер нисә ыңғай характеристика, атап әйткәндә, төбәктә инновацион сәйәсәт алып барыу мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе махсус органдың, шулай уҡ власть, бизнес һәм фән вәкилдәрен үҙ эсенә алған РФ субъекты башлығы ҡарамағындағы кәңәшмә органы булыуы йоғонто яһаған.

Быларға төбәктә инновацион сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы регламентлаусы төп закондың характеристикаһы, инновацион сараларҙы финанслау сығанаҡтары, маҡсатлы инновацион программаның характеристикаһы, шулай уҡ инновацион сараларҙы үтәү тәртибенең һәм ваҡытының аныҡ билдәләнеүе лә инә.

Яҡын арала айырым төбәктәр буйынса материалдарҙы Ассоциацияның сайтынан ҡарарға мөмкин буласаҡ.