Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Республикалағы берҙән-бер экомобиль 5600 терегөмөшлө лампа йыйған

Йәмғиәт

Дыуан районының Мәсәғүт ауылында үткән тәбиғәтте һаҡлау акцияһы сиктәрендә «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының экомобиле ауыл халҡынан өс меңгә яҡын люминесцент, энергия һаҡлаусы лампалар йыйып алған.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Дыуан районы халҡынан, район предприятиелары һәм ойошмаларынан ҡабул ителгән терегөмөшлө лампалар Стәрлетамаҡтағы хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү участкаһына тапшырыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының терегөмөшлө изделиеларҙы бушлай йыйыу проектының төп маҡсаты — урындағы халыҡты хәүефле ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итергә һәм быға яуаплы ҡарарға өйрәтеү.

Башҡортостандағы берҙән-бер тергөмөшлө изделиелар ҡабул итеүсе күсмә пункт – экомобиль менән 2012 йыл башынан алып республика халҡынан 5600-ҙән ашыу энергия һаҡлаусы иҫке лампа йыйылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть