Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда 2700 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны яңы торлаҡ аласаҡ

Иҡтисад

Быйыл Рәсәйҙә 36 мең самаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ аласаҡ. Шуларҙың 2700-ө Башҡортостанда йәшәй, улар ҙа фатир һәм йорттар менән тәьмин ителәсәк.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов әйтеүенсә, республикала 2007 йылдан һигеҙ меңдән ашыу һуғыш ветераны торлаҡҡа сиратҡа баҫҡан. Ошо арала 5700 граждан торлаҡ алған.

— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен күптән хәл итергә мөмкин булыр ине, әммә ветерандарҙың барыһы ла баштан уҡ иҫәпкә торманы. Шуға күрә программала ҡатнашыусылар иҫәбе даими тулылана. 2012 йылда, ай һайын, сиратта тороусылар исемлеге 200-300 кешегә арта бара, — тип билдәләне БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты башлығы. – Һәр осраҡта, быйыл был программа финанс яҡтан тулыһынса тәьмин ителде, шуға ла ветерандарҙың торлаҡ мәсьәләһе хәл ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть