10 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2012 йыл, 11:40

Сифат өлкәһендәге Башҡортостан Президенты премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президентының 2012 йылға сифат өлкәһендәге премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде.

Башҡортостан – Рәсәйҙә бындай премия булдырылған иҫәпле төбәктәрҙең береһе. Республикала йыл һайын тауар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән ойошмалар һәм предприятиелар билдәләнә. Төбәк конкурсы критерийҙары РФ Хөкүмәтенең ошо өлкәләге премияһы критерийҙарына тап килә.

Продукция һәм хеҙмәттәр сифаты — республикабыҙ халҡының тормош сифатын күтәреүҙә ҙур роль уйнаған фокторҙарҙың береһе. Шуға күрә иҡтисадтың төрлө тармағында һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшләгән барлыҡ предприятиелар һәм ойошмалар ҙа конкурста ҡатнашыуға йәлп ителә. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2012 йылдың 1 авгусына ҡәҙәр Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгендә ҡабул ителә.

Материалдарға талаптар үҙәктең рәсми сайтында бирелгән.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2011 йылда республиканың һигеҙ ойошмаһы конкурс лауреаты һәм дипломанты булды. Сифат кубоктары һәм беренсе дәрәжә дипломдарҙы «Пакер» фәнни-производство фирмаһы һәм «ТЕХНОПЛЕКС» заводы алды.