5 декабрь, Дүшәмбе

28 июнь 2012 йыл, 11:00

Өфөлә Башҡортостан парламентының пленар ултырышы асылды

автор: Людмила Терновая

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 53-сө ултырышы асылды. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнаша.

Пленар ултырыштың көн тәртибендә Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылда маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыу, шулай уҡ 2011 йылда 2008-2012 йылдарға иҫәпләнгән республика айырым маҡсатлы  ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарҙарын көйләү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһындағы отчетын тыңлау ҡаралған.

Депутаттар 40-ҡа яҡын закон проектын тикшерәсәк. 24 закон проектының закон статусын алыуы күҙаллана. Улар араһында «Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү», «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүгә граждан хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында», «Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» кеүек закон проекттары бар.

Республика парламенты ултырышында «Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен бүлеп биреү тураһында»ғы БР законына үҙәрештәр индереү», «Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының административ комиссиялар ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһында»ғы БР законы ҡушымтаһына үҙгәрештәр индереү тураһында» «Депутат, һайлаулы орган ағзаһы, урындағы үҙидараның һайланып ҡуйылған вазифалы кешеһенең вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу гарантиялары тураһында», «Уйын бизнесына һалым тураһында» БР законының 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһының Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу өлкәһендәге айырым закон сығарыу акттарына төҙәтмәләр индереү тураһында»ғы республика закондары проекттары өҫтөндә эшләү дауам ителәсәк.

Башҡортостандың закон сығарыусылары беренсе тапҡыр туғыҙ закон сығарыу инициативаһын тикшерәсәк. Былар — «Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм хакимиәт үҙәктәре тураһында», «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында», «Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары, ҡала округтары бюджетына айырым һалымдарҙан бүлемдең берҙәм нормативын билдәләү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР закондарына үҙгәрештәр индерәсәк закон проекттары. Бынан тыш, тәүгә «Башҡортостан Республикаһында халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү тураһында»ғы закон проекты, БР Экологик кодексына, БР Ғаилә кодексына, Башҡортостан Республикаһының капитал һалыуҙар формаһында инвестиция эшмәкәрлеге алып барыу тураһындағы айырым закон сығарыу акттарына, шулай уҡ балалы ғаиләләргә социаль ярҙам өлкәһендәге закондар сығарыу акттарына  индерелгән үҙгәрештәр тикшереләсәк.

Пленар ултырышта йәнә республика парламенты менән булдырылған ике республика гәзитенең – «Башҡортостан» һәм «Ҡыҙыл таң» баҫмаларының баш мөхәррирҙәренең мәғлүмәте тыңланасаҡ.