3 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2012 йыл, 9:33

Башҡортостанда майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөндә бесән сабылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика эшсәндәре бер һәм күп йыллыҡ үләндәр сәселгән майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөн сабып алды. Бөгөнгө көндә 272 мең гектарҙа бесән йыйылды, тип хәбәр иттеләр республиканың аграр ведомствоһында.

Һуңғы тәүлектә үләндәрҙе йыйып алыу буйынса күрһәткес ике процентҡа артҡан. Бишбүләк, Дәүләкән, Стәрлебаш һәм Федоровка райондары хужалыҡтары бер көн эсендә күрһәткестәрен биш процентҡа яҡшыртҡан.

Республика буйынса йәмғеһе 144 мең тонна бесән (19 процент), 337 мең тонна сенаж (14 процент) әҙерләнгән. Дүртөйлө (48 процент), Нуриман (43 процент), Шаран (57 процент) райондары ауыл хужалығы предприятиелары яҡшы бесән запасы туплаған. Иң күп сенаж Благовещен, Нуриман һәм Тәтешле райондарында әҙерләнгән.

Әле шартлы мал башына 3,4 центнер мал аҙығы берәмеге һалынған. Беренселек әлегә Благовещен хужалыҡтарында, улар республика буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк мал аҙығы туплаған.