5 декабрь, Дүшәмбе

27 июнь 2012 йыл, 17:29

Хәрби вуздарҙы тамамлаған 1,2 меңдән ашыу кеше июлдә Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәрен тулыландырасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Быйыл хәрби вуздарҙы тамамлаған 1,2 меңдән ашыу офицер йәйге ялдарынан һуң хәрби хеҙмәт юлын башлар өсөн Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәренә киләсәк. Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар — төрлө һөнәр эйәләре, башлыса мотоуҡсылар, танкистар, артиллеристар һәм элемтәселәр. Йәш офицерҙарҙың барыһы ла дәрәжәһенә һәм белгеслегенә ҡарап, төрлө вазифаларға тәғәйенләнәсәк.  

Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник Валерий Герасимовтың бойороғона ярашлы, сығарылыш офицерҙарын ҡабул итеү, урынлаштырыу һәм сафҡа индереү буйынса оператив төркөм булдырылған. Ҙур гарнизондарҙа йәш офицерҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен ҡаршы алыу пункттары эшләй. Торлаҡ фонды, аяҡҡа баҫып китеү өсөн биреләсәк финанс средстволар һәм закон менән ҡаралған башҡа түләүҙәр әҙерләнгән. Йәш офицерҙарҙың ҡатындарын эшкә урынлаштырыу саралары планлаштырылған.

Йәйге ялдан килгән йәштәр тәүҙә уҡыу-методик сбор үтәсәк. Практик дәрестәргә, шул иҫәптән психологик тренингыларға һәм тестарға айырым иғтибар биреләсәк.