8 декабрь, Кесе йома

27 июнь 2012 йыл, 16:53

Башҡортостанда ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше арта

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше биш ай йомғаҡтары буйынса 209 млрд 317,2 млн һум тәшкил иткән. Ғәмәлдәге хаҡтарҙа ул уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда туғыҙ процентҡа артҡан. Төбәк статистиктары йыл башынан алып ҡулланыусылар баҙары торошон да анализлаған.

103 млрд 475,9 млн һум суммаһына эсемлектәр һәм тәмәке изделиелары менән бергә аҙыҡ-түлек продукттары һатылған. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар буйынса ярайһы ҙур үҫеш (бер юлы 10 процентҡа) күҙәтелә – 105 млрд 841,3 млн.

Май һөҙөмтәләре буйынса ла үҫеш динамикаһы һаҡлана. Шулай итеп, яҙҙың һуңғы айында ваҡлап сауҙа итеү әйләнешене 48 млрд 64,2 млн һум тәшкил иткән. Бер айҙа ул фактик хаҡтарҙа 9,3 процентҡа артҡан.