Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Павловкалағы банкоматтан 2,5 млн һум аҡса урлағандар

Йәмғиәт

Нуриман районының Павловка ҡасабаһында төнөн билдәһеҙ кешеләр банкоматты ватып, 2,5 миллион һум аҡса урлаған. Сауҙа павильоны стенаһына беркетелгән банкоматта бер ниндәй һаҡлау сараһы ла булмаған. Видеокүҙәтеү тышҡы яҡтан ғына алып барылған, әммә енәйәтселәр аппаратҡа сауҙа нөктәһе аша үткән. Магазинда сигнализация менән һаҡсы ғына түгел, хатта рәшәткәләр ҙә булмаған.

«Март айында уҡ участка полицейскийы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә күрһәтмә биргәйне, әммә бер нәмә лә эшләнмәгән», — тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Енәйәт урынында криминалистар эшләй, ҡараҡтарҙы эҙләүгә республика Эске эштәр министрлығының Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителгән.

Теги: урлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть