11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2012 йыл, 16:22

Республикалағы күперҙәр һәм юл үткәргестәренең күбеһенә ремонт талап ителә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың автомобиль юлдарындағы бихисап яһалма ҡоролмалар бөгөнгө көндә техник талаптарға яуап бирмәй. Ошоға бәйле һәм юлдарҙа транспорт артыуы арҡаһында улар көн һайын үҫә барған иҡтисади һәм халыҡ ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай. Был турала 27 июндә Өфөлә үткән «Автомобиль юлдарындағы яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм төҙөк хәлдә тотоуҙың заманса технологиялары» ғилми-ғәмәли конференцияһында БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, төбәктә күперҙәрҙе һәм күпергә алып барған юлдарҙы ремонтлау буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барырға кәрәк.

— Үкенескә күрә, аҡсаның сикләнгән булыуы был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирмәй,— тине ул. – Шуға күрә иң тәүҙә, инновацион технологияларҙы файҙаланып, ремонт һәм профилактика эштәренең һөҙөмтәле планын әҙерләргә кәрәк. Беҙҙең бурыс – яһалма ҡоролмаларҙың сифатын һәм сыҙамлылығын ярайһы ныҡ арттырыу.

Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Ринат Абдуллин билдәләүенсә, республика юлдары участкаларын мөмкин тиклем камиллаштырыу зарур. Мәҫәлән, «Баулы – Күмертау» трассаһынан даими рәүештә юғары тиҙлектә йөрөүҙе тәьмин итеү өсөн 19 күпер, 14 юл үткәргесе һәм өҫтәмә 11 юл үткәргесе инәсәк 6 юл ҡоролмалары комплексы төҙөргә кәрәк.  

— Быйыл беҙҙең Идаралыҡ тарафынан бюджет иҫәбенә 5,7 миллиард һум суммаһына юл эштәре башҡарыу ҡаралған, — тине Ринат Абдуллин. – Төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарға – 4,6 миллиард һум суммаһына, юлдар төҙөүгә һәм реконструкциялауға 800 миллион һум күләмендә дәүләт аҡсаһы бүленгән. Шулай уҡ 19,2 километр оҙонлоғондағы юлды һәм 158 метр күперҙе сафҡа индереү ҡаралған. Ремонтҡа 1,2 миллиард һум бүленгән. Ошо уҡ ваҡытта 253,8 километр юл һәм 286 метр күпер ремонтланасаҡ.