8 декабрь, Кесе йома

27 июнь 2012 йыл, 15:09

Башҡортостанда Йәштәр көнө билдәләнә

автор: Эльмира Сабирова

27 июндә Рәсәйҙә Йәштәр көнө билдәләнә. Был дата 1993 йылда Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельциндың ҡарары менән раҫланған.

Башҡортостанда йәштәр республика халҡының дүрттән бер өлөшөн тиерлек тәшкил итә, был миллиондан ашыу кеше.

Өфөлә байрам саралары «Аҡбузат» ипподромында үтә, унда йәштәр сәйәсәте буйынса ҡала комитеты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә Йәштәр һабантуйы ойошторған. Программала: мини-футбол, гер спорты, ат сабыштары, стрит-данс һәм брейк-данс, уйындар, конкурстар һәм бүләктәр.

Салауатта иһә бөгөн велосипед спорты, гимнастика һәм өҫтәл теннисы буйынса ҡала беренселеге старт алды.  

Спорт ярыштары Сибайҙа ла үткәреләсәк, әммә 29 июндә.

Байрамға стәрлетамаҡтар ҙа ныҡлы әҙерләнә. Төп ярыштар 30 июнгә билдәләнгән – шашка, шахмат, гер спорты һәм армспорт буйынса ҡала турнирҙары үтәсәк. Ю.Гагарин паркында ойошторолған фестивалдә 30 ҡыҙ «2012 йыл кәләше» титулын алыу өсөн ярышасаҡ. Юлдарҙа балалар хәүефһеҙлегенә арналған «Стәрлетамаҡ балаларына — бәхетле киләсәк» сараһында ҡатнашыусыларҙы тест-драйв, уйындар, викториналар көтә. Гүзәл заттарҙың «Бейек үксәле туфлиҙа йүгереү» акцияһында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Кисен ҡала халҡы Стәрлетамаҡ химия-технология техникумы студенттары ҡатнашлығындағы бейеү флеш-мобын күҙәтә ала. Байрам утлы фонтандар атыу менән тамамланасаҡ.

Күгәрсен районында 30 июндә «Хыялдар тормошҡа аша» район фестивале үткәрелә. Уның программаһы менән спорт эстафеталарын, ауыл биләмәләренең йәштәр советтары араһында Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы командалары фестивален үткәреү ҡаралған. Райондың ҡупшы ҡыҙҙары «Your Style» сараһында үҙҙәре ижад иткән модалы кейемдәрен күрһәтә ала.

Өфө районы ла ситтә ҡалмай. Михайловкала – стритбол ярыштары, ә Жуков ауылында уҡыған һәм эшләгән йәштәр араһында Йәштәр туристик фестивале үткәрелә.  200 самаһы кеше бивак конкурсында, ғаилә старттарында, футбол, волейбол ярыштарында көсөн һынап ҡарай ала.

Ошондай уҡ спорт һәм күңел асыу саралары был арала Башҡортостандың бөтөн төбәктәрендә лә ойошторола, тип хәбәр иттеләр БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.

темалар: йәштәр көнө