11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2012 йыл, 13:47

Учалы районында мосолман һабантуйы үткәрелә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

30 июндә — 1 июлдә Учалы районының Озерный ауылында «Мосабаҡа–2012» мосолман һабантуйы үткәрелә. Уны Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет һәм БР мосолмандары Диниә назараты ойоштора.

Һабантуй программаһы менән һәр төрлө конкурстар, спорт ярыштары (көрәш, мини-футбол), балалар өсөн уйындар ҡаралған. Һабан байрамы түңәрәк өҫтәлдәр һәм тематик семинарҙар менән оҙатылып барасаҡ. Ҡунаҡтарҙы бүләктәр һәм тәмле былау көтә.

Байрамда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. «Башинформ» агентлығына БР мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, мосолман һабантуйында 250-ләгән кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙы һабантуйға алып барыу, туҡландырыу һәм төнгөлөккә йоҡлау урыны менән тәьмин итеү ҙә ҡаралған.

темалар: дин,байрам