9 декабрь, Йома

27 июнь 2012 йыл, 12:31

Мегаполистар араһында Өфө көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса лидерҙар иҫәбендә

автор: Галина Бахшиева

Өфө Рәсәйҙең миллионлы халҡы булған ҡалалары араһында халыҡҡа күрһәтелгән көнкүреш хеҙмәттәре күләме буйынса, шулай уҡ бер кешегә тура килгән хеҙмәттәр күләме буйынса Ҡазандан һуң икенсе урында килә.

Алдан әҙерләнгән яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 2012 йылда республиканың баш ҡалаһында көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһендәге предприятиелар әйләнеше 6,1 миллиард һум тәшкил итергә тейеш. 2011 йылда предприятиелар әйләнеше 5,7 миллиардҡа еткән, тип хәбәр ителә Өфө хакимиәтенең сайтында.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһендә 2200-гә яҡын предприятие һәм шәхси эшҡыуар эшләй. Тармаҡта 18 меңдән ашыу кеше эш урыны тапҡан.

Ошо уҡ ваҡытта көнкүреш хеҙмәттәре структураһында автосервис (30 процент) һәм бөҙрәханалар хеҙмәттәре (18 процент) өҫтөнлөк итә. Кейем, күн әйберҙәр, тун, баш кейемдәре һәм текстиль галантереяһы изделиеларын тегеү һәм ремонтлау, шулай уҡ трикотаж әйберҙәр тегеү һәм бәйләү менән предприятиеларҙың дөйөм иҫәбенең 12 проценты шөғөлләнә.

Өфө хакимиәтенең хеҙмәттәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялова әйтеүенсә, 2012 йылдың беренсе ярты йыллығында ошо өлкәлә эшләгән 30-ҙан ашыу яңы предприятие асылған.  

Өфөлә бер юлы күп төрлө көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүсе эконом-класындағы предприятиелар күбәйгән. Быларға косметология салондарының, матурлыҡ үҙәктәренең хеҙмәте, химик таҙартыу, дупланған тундарҙы, тиренән һәм күндән тегелгән башҡа төрлө кейемде буяу кеүек хеҙмәттәр инә.