Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһының мөмкинлектәре киңәйтелде

Йәмғиәт

Башҡортостанда ғәмәлдәге 2011-2013 йылдарға «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһына үҙгәрештәр индерелде.

Бынан ары ололар компьютерҙа эшләргә, сит телдәрҙе, ғаилә психологияһы нигеҙҙәрен, шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәре һәм методологияһын өйрәнеүҙән тыш, яңы йүнәлештәрҙе лә үҙләштерә ала.

Улар араһында — емеш-еләк, йәшелсә үҫтереүҙең өр-яңы технологиялары, хоҡуҡ һәм финанс дәрестәре, шулай уҡ күп фатирлы йортҡа үҙ аллы идара итеүҙең хоҡуҡи, финанс һәм иҡтисади нигеҙҙәре, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Программала ҡатнашыуға заявка биреү өсөн йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Программаға индерелгән үҙгәрештәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайтынан алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть