3 декабрь, Шәмбе

27 июнь 2012 йыл, 10:45

Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы йәнә граждандарҙы ҡабул итә

автор: Ольга Мортазина

БР буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә 29 июндә 15 -17 сәғәттәрҙә сираттағы ҡабул итеү үткәрелә. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе министрлыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, «Язалауҙарға ҡаршы комитет» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан вәкиллеге етәксеһе Владислав Садиҡов һәм Экстремизмға ҡаршы тороу үҙәге начальнигы Станислав Ишмаков ҡабул итә.  

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Ленин урамы, 7, Коммунистик урамынан инергә. (347) 279-40-93 телефоны аша алдан яҙылырға мөмкин.